2025 йылда Башҡортостанда 12 милли проект сиктәрендә 42 федераль проект тормошҡа ашырыла. Уларҙы үтәүгә 50 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 35,6 миллиарды – федераль средстволар. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итте.
– Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа муниципалитеттарыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Урындағы бюджеттарҙан финанслау күләме 9,2 миллиард һум тәшкил итте. Аҡсаның байтаҡ өлөшө биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереүгә һәм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән, – тип билдәләне вице-премьер.
Мәҫәлән, “Ғаилә” һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекттары ярҙамында республикала өс перинаталь үҙәк өсөн ҡорамалдар һатып алынды, 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булдырылды, Сибайҙа һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында балалар баҡсалары ремонтланды, ете мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылды. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған, туғыҙ медицина учреждениеһы ремонтланған, алты яңы поликлиника төҙөлгән, шулай уҡ 5,3 меңдән ашыу берәмек заманса медицина техникаһы һәм махсус автотранспорт һатып алынған.
Төбәк дөйөм белем биреү системаһын модернизациялауҙы “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса үткәрәләр. 2025 йылда 35 мәктәп бинаһы, өс колледж ремонтлана, 711 белем биреү учреждениеһынан яңы мебель һәм техника һатып алына.
– Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырабыҙ. IQ-парк һәм Геном үҙәге уңышлы эшләй. Башҡа корпустар төҙөү дауам итә, - тип өҫтәне Азамат Абдрахманов. – “Профессионалитет” федераль проекты популяр булды, уның сиктәрендә 19 белем биреү кластеры асылды. Унда бөтәһе 64 колледж ҡатнаша.
Халыҡ өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты йүнәлтелгән. Мәҫәлән, 2025 йылда республикала 170 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелде, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ете проект тормошҡа ашырылды. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу сиктәрендә Күмертауҙа, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында яңы һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлдө, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелде, тағы ла 20 объект тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ 256 км автомобиль юлы яңыртыла, ике күпер төҙөлә һәм алты күпер ремонтлана.
Вице-премьер шулай уҡ иҡтисади йүнәлештәге һәм технологик лидерлыҡ милли проекттарын үтәүҙең яҡынса һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, “Минең бизнесым” үҙәге 6 200-ҙән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтте, эшҡыуарҙар 552 миллион һумдан ашыу суммаға льготалы займдар алды. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе корпусының матди-техник базаһы яңыртылды, Бүздәк һәм Нуриман райондарында ике агротехнология класы асылды.
– Башҡортостан тәүгеләрҙән булып “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектын тормошҡа ашыра башланы. Махсус кластар булдырыу, урмандарҙы видеомониторинглау өсөн “Геоскан” комплекстарын поставкалау менән бер рәттән был өлкәлә кадрҙар, фәнни һәм сәнәғәт потенциалын үҫтерәбеҙ, – тине Азамат Абдрахманов. – Киләһе йылда БАС технологияларын үҫтереү өлкәһендә һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-производство үҙәге өсөн ҡорамалдар һатып алырға планлаштырабыҙ.
Башҡортостан Башлығы бөтә милли проекттар буйынса маҡсатлы йүнәлештәргә өлгәшеүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Беҙ ярайһы ҙур күләмдә эш башҡарҙыҡ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Милли проекттар буйынса төҙөлгән яңы объекттарҙы тантаналы асырға тәҡдим итәм. Кешеләр уларҙы бик көттө.