Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Декабрь , 09:05

Социаль эшҡыуарлыҡҡа бар яҡлап ярҙам күрһәтелә

Нуриман районы бизнес-шерифы Венера Әхиәрова сарала ҡатнашыусыларға муниципаль ярҙам саралары, инвестиция хеҙмәттәшлеге һәм электрон бюджет тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Нуриман районының Красный Ключ ауылында «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса мобиль офистың дүртенсе күсмә ултырышы үтте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сараға 30-ға яҡын бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, шулай уҡ Нуриман, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан үҙмәшғүл граждандар йыйылды.
— Бындай сараларҙы ойоштороу төбәктең социаль инфраструктураһын нығыта, эшҡыуарҙарға ваҡытында ярҙам һәм йәшәгән урындарҙа консультациялар бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Әлеге сара төбәктең социаль эшҡыуарҙары араһында тәжрибә һәм кәңәштәр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Нуриман районы бизнес-шерифы Венера Әхиәрова сарала ҡатнашыусыларға муниципаль ярҙам саралары, инвестиция хеҙмәттәшлеге һәм электрон бюджет тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Львова төбәктең социаль эшҡыуарҙары өсөн ҡулай ярҙам ҡоралдарына иғтибар итте. Ярҙам саралары араһында ул гарантияларҙы, льготалы лизингты, тауар билдәләрен теркәүҙе, дизайн һәм брендинг әҙерләүҙе, продукцияны сертификациялауҙы, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе уҡытыуҙы һәм алға этәреүҙе атаны.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас