Иртәгә, 27 декабрҙә Башҡортостанда “Ғаилә ялы” үткәрелә. Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Саралар “Ғаилә” милли проекты (национаьный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы ойошторола.
“Ғаилә ялы” сараһы Күп балалы ғаиләләр көнөнә арнап үткәрелә, тип билдәләй министрлыҡ. Унда ижади саралар, уйын майҙансыҡтары ҡаралған, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан Яңы йыл бүләктәре лә була. Ҡатнашыу бушлай.
– Күп балалы ғаиләләр көнө ҙур һәм татыу ғаилә ҡиммәттәрен яҡын күргән һәр кем өсөн дөйөм байрамға әүерелеүе мөһим. Декабргә айырыуса йылы программа булдырабыҙ: күп уртаҡ ғаилә эшмәкәрлеге саралары, ижади мөхит һәм, әлбиттә, Яңы йыл кәйефе булыр, – тип билдәләй “Ғаилә” республика ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.