Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостандың медицина үҙәге юғары технологиялы дауалау алымдарын индерҙе.
Октябрьскийҙағы «Анисия» медицина үҙәге “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” ( национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә Башҡортостан микрокредит компанияһынан 5 миллион һум күләмендә ярҙам алды, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Был терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын диагностикалау процедуралары һәм дауалау алымдары спектрын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Аҡса предприятиеға рентгенология комплексы һәм офтальмология өсөн авторефкератометр менән медицина ҡорамалдары һатып алырға ярҙам иткән.
— Беҙҙең өҫтөнлөклө маҡсат - кредит ресурстарын бизнес өсөн уңайлыраҡ итеү һәм предприятиеларға финанс баҫымды кәметеү, был бөгөнгө иҡтисади ысынбарлыҡта ҙур әһәмиәткә эйә була бара. Микрокредитлау эшҡыуарҙар араһында ҙур һорау менән файҙаланған төп ярҙам инструменты булып тора, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Анисия” медицина үҙәге ҡала халҡына 60-тан ашыу төр медицина хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтә, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшереүҙәр һәм диагностика. Хеҙмәткәрҙәр өсөн мотлаҡ профилактик тикшереүҙәр үткәреүсе предприятиелар һәм ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.