Транспорт сараларын эшкәрткәндә һынауҙарҙы оптималләштереү комплексын - интеллектуаль борт теркәүсеһен – “Йәштәр һәм балалар” (национальный проект “Молодежь и дети”) милли проектының «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары әҙерләй. Был хаҡта юғары уҡыу йорто хәбәр итә.
Мәҫәлән, транспорт сараһы двигателендә ҡуйылған датчиктарҙан ҡулайлама аналог һәм һанлы сигналдарҙы теркәп бара. Был сигналдарҙы анализлағанда двигателдең ни тиклем сифатлы эшләүен, туҙыу кимәлен һәм башҡа бик күп параметрҙарҙы аңларға мөмкин. Теркәүсе яңы транспорт сараларын һынау этаптарына яһалма интеллект технологияларын индереүҙе күҙ уңында тота. Был приборҙы ҡулланыу заманса халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән двигатель менән идара итеүҙең үҙ блогын уйлап табыуға күсергә мөмкинлек бирәсәк.
«Беҙҙең ҡоролманың үҙенсәлеге шунда: ул юғары йышлыҡлы сигналдарҙы ла теркәй. Тимәк, двигателдә детонация процестары барлығын анализларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ул двигателенең һәм автомобилдең башҡа мехатрон системаларының эш параметрҙарын оҙаҡ теркәй ала, ә сит ил аналогтарында был юҡ. Тағы ла бер өҫтөнлөгө - беҙҙең программа-аппарат комплексының транспорт сараһы архитектураһына берләштерелеүе мөмкин», - тип билдәләне проект етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть-газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә ер өҫтө транспортын файҙаланыу кафедраһы мөдире Сергей Кинёв.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә - мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу.
Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.