Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ,”Ғаилә” милли проектына ярашлы, ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Унан файҙаланыусылар араһында –72 898 күп балалы ғаилә. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында лидерлыҡты тота һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.
–Күп балалы ғаилә– хәстәрлектәр, уйын-көлкө, һөйөү менән йәшәй, бында барыһы ла балалар хаҡына эшләнә. Һуңғы биш йылда улар 14 меңгә артты, үҫеш 23,6 процент тәшкил итте. Ата-әсәләр торған һайын аңлы рәүештә ғаиләне, балаларҙы һәм яуаплылыҡты һайлай, – тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
“Әсәлек даны” миҙалы менән республикала биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 9568 ҡатын бүләкләнгән. Ун әсә “Герой әсә” исеменә лайыҡ булды.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла. “Ғаилә” бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды артырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.