“Ғаилә” милли проектына ярашлы, Бишбүләк районында яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Ул тулыһынса махсуслаштырылған акушер-гинекологик ярҙам күрһәтеүҙең юғары стандарттарына яуап бирә.
Яңы консультация заманса матди-техник база менән тәьмин ителгән: эксперт класындағы алдынғы диагностика ҡорамалы урынлаштырылған, ә белгестәрҙең эш урындары һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу бурыстарына яуап биреүсе автоматлаштырылған системалар менән йыһазландырылған.
Проект эштәрен башҡарғанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлылыҡ һәм файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыуға айырым иғтибар бирелгән. Уларҙың ҡарамағында – киң регистратура, уңайлы гардероб, йәмле фойе һәм балалар өсөн уйын зонаһы.
Яңы медицина үҙәге ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Уның структураһында ике койкалыҡ көндөҙгө стационар, медицина психологы ҡатнашлығында ойошторолған медик-социаль ярҙам кабинеты бар. Бында сифатлы медицина ярҙамы алыуҙан тыш, психологик, социаль-хоҡуҡи ярҙам да алырға мөмкин.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.