Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни") тормошҡа ашырыу барышында туристик объекттарға илткән 75 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Был хаҡта төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
"Эштәр Әбйәлил, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла, Салауат һәм республиканың башҡа райондарында уҙғарылды. Бында Башҡортостандың төп тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик объекттар һәм йәйге ял итеү урындары тупланған. Был юлдарға йөкләмә ярайһы уҡ юғары. Шуға күрә юлсылар ошо йүнәлештәрҙең торошон күҙәтә”, — тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәр туғыҙ йүнәлештә алып барылды. Улар араһында Өфө — Инйәр — Белорет, Өфө — Иглин — Ҡыҙыл Тау — Павловка, Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим, Иҫке Собханғол — Мораҡ, Стәрлетамаҡ — Раевка һәм башҡа юлдар бар.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.