Ҡышҡы ауыр осорҙа ҡоштарға ярҙам итеү маҡсатында Ҡандракүл тәбиғәт паркында ҡышҡы осорҙа ҡанатлыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Ҡоштарҙы ҡышын ашатығыҙ» тигән экологик акция ойошторолдо.
Сара «Экологик именлек» (национальный проект «Экологическое благополучие») милли проекты сиктәрендә уҙғарылды һәм Туймазы районы Ҡандра ауылының 100-ҙән ашыу әүҙемсеһен берләштерҙе, тип хәбәр итәләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Конкурста төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты, әммә айырыуса мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Көндөң төп һөҙөмтәһе - парк биләмәһендәге тиҫтәләрсә яңы тағараҡ. Сара аҙағында иң әүҙем, тырыш ярҙамсылар билдәләнде. Сараны ойоштороуға һәм алып барыуға ҙур өлөш индергән Ҡандра ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
— Бындай акциялар үҫеп килгән быуында йәнле тәбиғәткә ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо һәм һөйөү тәрбиәләй. Балалар һәм үҫмерҙәр бәләкәй дуҫтарыбыҙға даими ярҙам кәрәк икәнлеген аңлай - шуға ҡыуанабыҙ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һәм башҡаларҙы ла уларҙың өлгөһөнә эйәрергә саҡырабыҙ, - тип билдәләне парк вәкилдәре.
Ҡандракүл паркында үткән "Ҡоштарҙы ҡышҡыһын ашатығыҙ" акцияһы берлектәге тырышлыҡ менән төбәгебеҙҙең экологик балансын һәм биотөрлөлөгөн һаҡлау буйынса яҡшы һәм мөһим эштәр башҡара алыуыбыҙға сағыу миҫал булды.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.