

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, тораҡ пунктында һыу үткәреү селтәрен капиталь ремонтлау тамамланған.
Яҡынса 1,7 км иҫке тимер торбалар алынған, заманса полиэтилен торбаларҙан яҡынса 1,5 км яңы һыу үткәреү селтәре һалынған, 21 тимер-бетон ҡоҙоҡ ремонтланған.
"Иҫкергән коммуналь селтәрҙәр – күп тораҡ пункттарға таныш проблема. Ун йылдар элек һалынған тимер торбаларҙы заманса полиэтилен торбаларға алмаштырыу даими аварияларҙы һәм һыу юғалтыуҙарҙы бөтөрөп кенә ҡалмай, ә ҡулланыусыларҙың крандарындағы һыу сифатына ла туранан-тура йоғонто яһай. Ауыл биләмәләрендә һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу – беҙҙең эшебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе", – тип билдәләнеләр БР ТКХ эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығында.
Сығанаҡ (источник): «Башҡортостан» ДТРК, https://gtrkrb.ru/novosti/415911-sele-zilair-zavershilsya-kapitalnyy-remont-vodoprovoda?utm_source=yandex.ru&utm_medium=organic&utm_campaign=yandex.ru&utm_referrer=yandex.ru