2025 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 72,2 мең һум тәшкил итте (Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 75 проценты). 2024 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 11,1 процент тәшкил итә. “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары ла хеҙмәт хаҡы күләмен арттырыуға булышлыҡ итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Быйыл иң кәрәкле саралар — граждандарҙың айырым категориялары өсөн һөнәри белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү, оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, яллауҙы дәртләндереү, шулай уҡ социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы ярҙамында бизнес-башланғыстарҙы үҫтереү.
- Быйыл эш хаҡы буйынса бурысты ярайһы уҡ кәметеүгә өлгәштек. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бурыс 205 миллион һумға тиерлек, 368 миллиондан 163,3 миллионға тиклем кәмегән. Эш хаҡы буйынса бурысы ҡалған хеҙмәткәрҙәр һаны ла 1300-ҙән ашыу кешегә кәмегән, - тип һөйләне башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Республика муниципалитеттары араһында уртаса эш хаҡы кимәле буйынса өс лидер иҫәбендә Өфө, Хәйбулла райондары һәм Өфө ҡалаһы бар, унда хеҙмәткәрҙәргә уртаса 91-95 мең һум түләнә.