Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
15 Ғинуар , 03:41

5000-се килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан микрокредит компанияһы льготалы займ алыуға юбилей килешеүе төҙөнө    

Башҡортостан микрокредит компанияһының офисында льготалы займ биреү тураһында 5000-се килешеүгә ҡул ҡуйыуға арналған сара уҙҙы. Юбилей килешеүе «Риамед Плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән.

Льготалы займдар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын дәртләндереү һәм үҫтереү өсөн төп ҡорал булып тора. Республика биләмәһе эшҡыуарҙары «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә ошо финанс ярҙам төрө менән файҙалана ала. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостан микрокредит компанияһы 2009 йылда ойошторолған. Эшләй башлағандан алып компания дөйөм суммаһы 6,5 миллиард һум самаһы тәшкил иткән проекттарға ярҙам иткән, ул иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын: етештереүҙе, ауыл хужалығын, төҙөлөштө, эшкәртеү сәнәғәтен, туризмды, сауҙаны һәм хеҙмәттәр өлкәһен үҙ эсенә алған.
— Төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы етәкселегендә эшҡыуарҙар менән дәүләт ярҙамы алыу буйынса әүҙем консультациялар үткәрелә. Займдар биреү шарттарын аңлатыу өсөн күсмә кәңәшмәләр һәм эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан микрокредит компанияһы директоры Олег Могильников.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас