Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
16 Ғинуар , 03:31

Өс меңдән ашыу ғариза бирелгән

2025 йылда Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы буйлап льготалы йөрөү өсөн 3 меңдән ашыу ғариза бирелгән

2025 йылда Башҡортостан халҡы Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы буйлап льготалы йөрөү өсөн транспорт саралары реестрына инеүгә 3694 электрон ғариза ебәргән. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу - «Мәғлүмәттәр иҡтисады» (национальный проект «Экономика данных»)  милли проектының төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

—  Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында электрон хеҙмәттең талап ителеүе Өфө өсөн ошо транспорт артерияһының юғары әһәмиәтле булыуын, шулай уҡ граждандар өсөн сервистарҙы үҫтереүҙе күрһәтә. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе профилле ведомстволар менән берлектә электрон төргә күсереүҙе дауам итәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Өфө ҡалаһында Көнсығыш сығыу юлы буйлап үткән өсөн түләүҙән хәрби хәрәкәт ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙы ташыған кешеләр, электрокар водителдәре, хәрби округта ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Рәсәй гвардияһы контрактсылары һәм яугирҙәре, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары азат ителә. Көнсығыш сығыу юлы буйынса юл йөрөүгә 50 процент ташламаны газ-мотор яғыулығында эшләүсе автомобилдәр алырға мөмкин.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас