«Ғаилә» милли проектының (национальный проект “Семья”) өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярашлы, Башҡортостанда социаль хеҙмәт күрһәтелә – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр тауарҙы бушлай прокатҡа алып тора ала. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
«Ғаилә» үҙәктәрендә ойошторолған махсус пункттарҙа балаларға тәғәйенләнгән әйберҙәрҙе бушлай ваҡытлыса тотоноуға алып торорға мөмкин. Был балаларға үҫеү өсөн хәүефһеҙ шарттар булдырырға, ә уларҙың ата-әсәләренә ҡатмарлы осорҙа көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша, ауыр саҡта аҡсаны сарыфламаҫҡа булышлыҡ итә. Бында балалар карауаттары, сабыйҙы һалып, йүргәккә төрөү, өҫтөн алмаштырыу өсөн махсус комодтар, бәләкәй ванналар, арбалар, автокресло һәм автосәңгелдәктәр, ашатыу өсөн өҫтәл, сана, велосипед һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар.
Бынан тыш, “Ғаилә” үҙәктәре көнкүреш һәм ремонт мәсьәләләрен хәл итер өсөн эш ҡоралдары, техника ла биреп тора ала. Былтыр 121 ғаилә ошо хеҙмәттән файҙаланған, ә 2023 йылдан алып иҫәпләгәндә, уларҙың һаны 757-гә етә.
Ваҡытлыса прокатҡа әйбер алыр өсөн, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә йәшәгән урыны буйынса яҡындағы «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса