Шишмә районы дауаханаһы автопаркы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, LADА VESTA автомобиле менән тулыланды.
Еңел автомобиль дүрт пассажирҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙы ла. Был пациентты илтеү өсөн алғы ултырғыс бороу-күсереү механизмы һәм тотонғос менән йыһазландырылған. Өҫтәмә механизмдар пациентты машинанан төшөрөү өсөн уңайлылыҡ тыуҙыра. Инвалид креслоһын һалыу өсөн багажникта урын ҡаралған.
– Һуңғы йылдарҙа дауахана автопаркы ныҡ яңырҙы. 2023 йылда ике LADA NIVA TRAVEL автомобиле, күсмә ФАП һәм 2024 йылда өс LADA GRANTА автомобиле алынды. Беҙ бындай ярҙам өсөн бик рәхмәтлебеҙ, яңы автомобиль медицина ярҙамын тағы ла яҡшыртырға ярҙам итәсәк, – тине Шишмә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Урал Шәрипов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.