Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Ғинуар , 08:27
2

Башҡортостанда бер йылда 14 мең гектарҙан ашыу урман тергеҙелгән

Иң күп ағастарҙы Йылайыр, Учалы, Нуриман һәм Баймаҡ райондарында ултыртҡандар.

Башҡортостанда 14 мең гектарҙан ашыу майҙанда урман тергеҙелгән, был “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) план күрһәткестәренән дүрт процентҡа күберәк. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Иң күп ағастарҙы Йылайыр, Учалы, Нуриман һәм Баймаҡ райондарында ултыртҡандар. Бының өсөн төбәктә 48,5 миллиондан ашыу үҫенте үҫтерелгән, шул иҫәптән 3,6 миллионы ябыҡ тамыр системаһы менән, улар яҡшыраҡ тамыр йәйә.

"Ошо маҡсатта беҙҙең урман хужалыҡтарында ябыҡ тамыр системаһы менән ултыртыу материалы үҫтереү өсөн 66 теплица һәм 65 асыҡ грунтлы урман питомнигы эшләй. Киләһе йылда етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм алдынғы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөргә ниәтләйбеҙ”, — тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас