Яңы 2026 йылда Башҡортостан Республикаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект ”Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, 144 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү ҡаралған, тип хәбәр итә БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
– Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәмғеһе 144 йәмәғәт майҙаны еңеүсе тип танылды. Уларҙы төҙөкләндереү эше 2026 йылға планлаштырылды, быға федераль бюджеттан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, – тип асыҡлай Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Күркәмләндереүгә иҫәпләнгән биләмәләр исемлеге Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүендә асыҡланды. Унда республиканың 770 мең, йәғни һәр бишенсе кешеһе, ҡатнашты. Иң күп тауыш Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы скверға һәм Шаҡша биҫтәһендәге Хәтер скверына, Стәрлетамаҡтағы Рус драма театрынан алып “Салауат” кинокомплексына тиклемге биләмәгә, Салауаттың Космонавтар бульварындағы скейт-майҙансыҡҡа, Өфө районы Михайловка ауылының Ленин урамындағы скверға һәм Мәләүездең Ленин урамындағы йәйәүлеләр зонаһына бирелгән.
Һуңғы ете йылда Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә – 976 йәмәғәт биләмәһе, шуларҙың 170-е уҙған 2025 йылда, яңыртылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, илебеҙ субъекттарында былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.