Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй «Минең изге бизнесым» конкурсының төбәк этабы еңеүселәре бүләкләнде. Сара «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») буйынса уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Конкурсҡа алты категория буйынса 42 ғариза килгән. «Эшләп ярҙам итәм» һәм «Потенциалды үҫтереү» номинациялары ҙур популярлыҡ менән файҙалана. «Эшләп ярҙам итәм» номинацияһында «Изгелек шишмәһе» һәм «Сәләмәтлек клиникаһы» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге еңде. «Потенциалды үҫтереү» номинацияһында эшҡыуар Виктория Мәмлиева иң яҡшыһы булды. «Бергәләп» халыҡҡа социаль ярҙам хәйриә фонды «Ғаилә бизнесы» номинацияһында лидер тип танылды. «Изге ярҙам» номинацияһында – «Ковчег» халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, ә «Йәшәү өсөн уңайлы шарттар» номинацияһында «БАШЭКОВАТА» компанияһы еңеү яуланы.
«Был проекттар социаль мөхитте һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Федераль этапҡа сығыу ҡатнашыусыларға проекттарҙы үҫтереү, шул иҫәптән мәғлүмәти ярҙам, партнерлыҡ бүләктәре һәм ҙур федераль, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу йәһәтенән өҫтәмә мөмкинлектәр аса», - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.