Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Ғинуар , 08:28
2

Планды арттырып үтәгәндәр

Ошо хаҡта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда 14 меңдән ашыу гектар ерҙә урман тергеҙелде. Был план күрһәткестәре “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) күрһәткестәренән арта. Ошо хаҡта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Йылайыр, Учалы, Нуриман һәм Баймаҡ райондарында күберәк ағас ултыртҡандар. Республикала 48,5 миллион үҫенте үҫтергәндәр. “Ошо маҡсатта беҙҙең урман хужалыҡтарында үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн 66 теплица һәм 65 урман питомнигы бар. Беҙ етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм 1,2 миллион үҫенте үҫтереүгә һәләтле алдынғы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөргә уйлайбыҙ”, - тип белдерҙе республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм кешеләр тормошон уңайлыраҡ итә. Эш ҡалдыҡтарҙы айырыу һәм эшкәртеү, сүп-сар урындарын бөтөрөү, йылға-күлдәрҙе таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү һәм башҡа бурыстарҙы тормошҡа ашыра.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас