Өфө вуз-ара кампус резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект "Молодежь и дети") ярашлы, икеләтә квалификациялар программаларын үҫтерә.
Уҡытыуҙың яңы форматы студенттарға бер генә түгел, ә диплом менән шунда уҡ ике квалификация алырға мөмкинлек бирә. Бының өсөн университет махсус эшләнгән белем траекторияларын сығара, бер үк ваҡытта ике әҙерлек йүнәлешен үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
– Һәр белем биреү стандартына ошондай компетенциялар йыйылмаһы һалынған: универсаль, дөйөм профессиональ һәм тар профессиональ. Икеләтә квалификациялы программаларҙа универсаль компетенциялар ике стандарт буйынса ла иҫәпкә һалына, ә аҙаҡ ҡатмарлыраҡ дисциплина-ара курстар формалаша, уларҙа бер үк предмет төрлө фәндәр күҙлегенән өйрәнелә, – тигән аңлатма бирҙе университеттың белем үҫтереү буйынса проректоры Юлия Рахманова.
Университет ҡайһы бер программалар буйынса студенттар йыя башлаған да инде. Бер юлы ике квалификацияға эйә булыу - вуздың реаль сектор менән бәйләнешендәге һөҙөмтәле механизмдарҙың береһе.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.