Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Февраль , 11:30

Операциялар уңышлы үтһен өсөн

Был ҡорамалды файҙаланыу туҡымаларҙың уңалыуын тиҙләтәсәк һәм Асҡын районы халҡын медицина хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртасаҡ.

Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, электрокоагулятор алынды.

Был яңы заманса медицина ҡорамалы хирургия әмәлиәттәре барышында туҡымаларҙы киҫеү һәм көйҙөрөү өсөн юғары йышлыҡлы токты ҡуллана. Электрохирургия аппараты операцияларҙы юғары теүәллектә үткәрергә ярҙам итә, ҡан ағыуын һәм инфекциялар хәүефен кәметә. Был ҡорамалды файҙаланыу туҡымаларҙың уңалыуын тиҙләтә һәм Асҡын районы халҡын медицина хеҙмәтләндереү сифатын күтәрә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас