Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
7 Февраль , 17:06

Бәләкәй пациенттарға – ҙур ҡыуаныс

Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

Өфөләге 5-се балалар поликлиникаһына яңы "LADA Vesta” автомобиленең асҡысы тапшырылды. Транспорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булған.

Автомобиль дүрт, шул иҫәптән бер һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешене ташыуға иҫәпләнгән. Алдағы урын уңайлы булһын өсөн күсереү-бороу механизмы менән тәьмин ителгән. Әгәр пассажир инвалид коляскала икән, уны багаж бүлексәһенә һалырға мөмкин. Һалынған колясканы нығытыу өсөн махсус ҡайыштар бар.

- Беҙ ярҙам итеүҙәренә шатбыҙ һәм яңы автомобиль беҙҙең бәләкәй пациенттарыбыҙға сифатлы тиҙ медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, - тип белдерҙе 5-се балалар поликлиникаһының баш табибы Рөстәм Ғәлиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Өфөлә медицинаны заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас