Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
7 Февраль , 17:05

Белем алыу сертификаттары арттырыла

Башҡортостанда 700 кеше шәхсән белем биреү сертификаттары буйынса һөнәри белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә була ала.

«Кадрҙар» милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарына ярашлы, сертификаттар социаль ярҙам алымына әүерелә, тип хәбәр итә республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был эш хеҙмәт баҙарында республика граждандарының айырым категорияларының конкурентлыҡ һәләтен күтәреү өсөн башҡарыла. 50 мең һумға тиклемге белем биреү сертификаты тәү сиратта МХО-ла ҡатнашыусылар менән уларҙың яҡындарына бирелә.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, бөгөнгә реестрға 83 профессиональ белем биреү ойошмаһы индерелгән, унда 2,5 меңдән күберәк белем арттырыу программаһы бар. Курстың хаҡы – 20 меңгә тиклем, уны сертификат тулыһынса ҡаплай ала.

Сертификат алыу өсөн «Работа России» кадрҙар үҙәгенә эшһеҙ кешеләр, хеҙмәт эшмәкәрлеген тергеҙергә теләгән йәш әсәйҙәр, пенсионерҙар һәм ярҙам талап ителгән башҡа категория вәкилдәре мөрәжәғәт итә ала.

Уҙған йылда 400-ҙән ашыу сертификат бирелгән. Иң ҙур ихтыяж тыуҙырған биш һөнәр араһында – “В" категориялы водитель, сәс оҫтаһы, маркетплейстар менеджеры, эстетик косметология, бухгалтер иҫәбе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла. 

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас