Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.
2025 йылда төбәк 775 миллион һум федераль аҡса йәлеп итә һәм республика бюджетынан берлектә финанслау ала, дөйөм сумма 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
Республиканың 18 муниципаль районында һәм өс ҡала округында капиталь ремонт, реконструкция, модернизация, һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөү буйынса 28 сара үткәрелде.
23 объектта эштәр тамамланған да инде. Был төбәктә йәшәүсе 37 мең кешегә коммуналь хеҙмәттәр сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
2025 йылдан эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу системаларын капиталь ремонтлау буйынса саралар “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
– Быйыл был программа дауам итә, 46 сара планлаштырылған, шуларҙың туғыҙы – капиталь төҙөлөш, ҡалғаны – ремонт. Эштең тағы бер йүнәлеше бар: РФ Хөкүмәтендә төбәктәр элек йәлеп ителгән инфраструктура бюджет кредиттары хаҡының өстән ике өлөшөн кире ҡайтармауы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостанда ошо сумманың яртыһын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ебәрергә ҡарар ителде. Тәтешле районында таҙартыу ҡоролмаларын, Благовещен ҡалаһында магистраль һыу үткәргес төҙөргә ниәтләйбеҙ, башҡа проекттар ҙа бар, – тип хәбәр итте Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.