Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
7 Февраль , 17:04

Дрондар ярҙамында дарыуҙар ташыла

Хатта йыраҡтағы ауылдарға ла улар барып етәсәк.

Медикаменттарҙы дрондар ярҙамында ташыу  мөмкинлеге “Урал аръяғы” пилотһыҙ авиация системаларының  һынау полигонында алып барыласаҡ. Бындай башланғыс “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла (национальный проект "Беспилотные авиационные системы), тип хәбәр итә төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы.

Медицина ойошмалары шулай уҡ биоматериалдарҙы алып барыу өсөн дә дрондарҙы ҡулланасаҡ. Барлыҡ сығымдар ОМС аҡсаһына ҡапланасаҡ.

“Урал аръяғы” полигоны концепцияһы сигналдарҙы ретротрансляция тапшырыу системаһын булдырыуҙы күҙаллай. Ул 35 мең квадрат метр майҙанда пилотһыҙ авиация системалары элемтәһен тәьмин итә. Был иһә республиканың йыраҡтағы ауылдарына ла йөктө алып барыу өсөн осоу коридоры булдырырға юл аса.

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты ярҙамында граждандар пилотһыҙ осоу аппараттары булдырыла һәм ҡулланыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас