Өфөләге Радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы 2025 йылда “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы 10 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы исемлегенә инде. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) бер өлөшө булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Рейтингта колледж алтынсы урынды биләй. Студенттарҙың юғары әҙерлек кимәле заманса методикалар һәм ҡорамалдар иҫәбенә тәьмин ителә, ә эре предприятиелар менән партнерлыҡ сығарылыш уҡыусыларына эшкә урынлашыуҙа ярҙам итә. 2025 йылда колледж базаһында “Мәғлүмәт технологиялары” йүнәлеше буйынса белем биреү-производство үҙәге асыла. Ә 2026 йылда республикала тағы ла һигеҙ махсус производство берекмәһе кластерын булдырырға ниәтләйҙәр һәм бөтәһе 27 кластер буласаҡ. Бындай үҙәктәр һаны буйынса Башҡортостан илдә алдынғы булып тора.
Республика 2022 йылдан алып “Профессионалитет” проектында ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә 19 колледжда уҡыу кабинеттары һәм лабораториялар яңыртыла. Эш биреүселәрҙе белем биреү процесына әүҙем йәлеп итәләр: кадрҙар әҙерләү предприятиеларҙың ихтыяжы буйынса алып барыла. 2025 йылда “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында биш колледжда капиталь ремонт үткәрелгән.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы табыу һәм йәштәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект сиктәрендә мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы алымдарын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу ҡаралған. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.