Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Февраль , 08:30

Экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы этабы башлана

Интеллектуаль ярыштарҙа республиканың барлыҡ райондарынан 8-11-се класс уҡыусылары араһынан 350 кеше ҡатнашасаҡ. 

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”)  маҡсаттарына ярашлы, 6-8 февралдә Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтендә.

Интеллектуаль ярыштарҙа республиканың барлыҡ райондарынан 8-11-се класс уҡыусылары араһынан 350 кеше ҡатнашасаҡ. Был уҡыусылар муниципаль этаптағы һайлап алыуҙы уңышлы үткән. Артабан инде ҡатнашыусыларға ике етди һынау үтергә тура киләсәк, улар – теоретик һәм практик йүнәлешле турҙар. Уҡыусыларҙың эштәрен абруйлы жюри баһалаясаҡ, уның составына төбәктең алдынғы ғалимдары һәм белгестәре ингән.

Олимпиаданың маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу һәм тотороҡло үҫеш мәсьәләләре менән тәрән ҡыҙыҡһынған һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас