Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Февраль , 08:33

Көнбағыш шроты сит илгә оҙатылған

Ғинуарҙа республиканың май заводтары 11 мең тоннанан ашыу көнбағыш шротын экспортҡа сығарған.

Башҡортостандың ҙур май экстракцияһы заводтары ағымдағы йылдың 5 ғинуарынан 30-ына тиклем сит илгә 11,4 мең тонна гранулалы көнбағыш шротын оҙатҡан. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә һатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн мал аҙығы әҙерләүҙә ҡулланылған юғары протеинлы өҫтәмәне Азербайжанға һәм Мароккоға ебәргәндәр. Үҫемлек продукцияһы сифат контролен үткән, 161 тимер юл вагонынан һынау лабораторияһында тикшеренеүҙәр комплексы өсөн пробалар алынған. "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шрот сит илдәрҙең талаптарына тулыһынса тап килә.

Шрот май биреүсе культуралар орлоғонан үҫемлек майҙарын етештергәндә алынған өҫтәмә продукт булып тора. 2025 йылда Башҡортостанда майлы культураларҙан рекордлы - 1 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған. Ул былтырғыға ҡарағанда 360 мең тоннаға күберәк.

— Майлы үҫемлектәр майҙанын арттырасаҡбыҙ. Сөнки бөгөн аграрийҙарға килем һәм киләсәккә инвестициялау мөмкинлеге биргән төп культураға әүерелә, - тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас