Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Февраль , 08:26

Башҡортостан микрокредит компанияһы 274 займ биргән

Микрозаймдар яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай

2025 йылда Башҡортостан микрокредит компанияһы 646,71 миллион һумға 274 займ биргән. Улар иҫәбендә - 165 эшҡыуар, улар беренсе тапҡыр ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә.

Билдәләнеүенсә, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)  милли проекты системаһында контроль күрһәткес 29 процентҡа арттырып үтәлгән һәм 646,7 миллион һум тәшкил иткән. Был 500 миллион һумлыҡ билдәләнгән сиктән өстән бер өлөшкә тиерлек күберәк.


— Микрозаймдар яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. Күп стартаптар өсөн финанслау алыу уңыштың төп факторы булып тора, сөнки идеяларҙы тормошҡа ашырырға һәм артабан үҫешеү өсөн нигеҙ һалырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

2025 йылда бизнесҡа булышлыҡ итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре исемлегендә яңы категориялар өсөн микрокредитҡа эйә булыу асыҡланды. Хәҙер 4,5% ставка менән заемға “Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы социаль предприятие тип танылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы эшҡыуарҙар иҫәп тота ала. Шулай уҡ йәштәр эшҡыуарлығы субъекттары (35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар) өсөн ставка 8 процентҡа тиклем кәметелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас