Махсус хәрби операция ветерандарын “Көслө кешеләр” спорт реабилитацияһы проектына саҡыралар, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән. Проект ҡатнашыусыларға тәнде нығытырға, рухты сыныҡтырырға һәм яңы спорт кимәленә сығырға мөмкинлек биргән көс күнекмәләре циклы.
Махсус хәрби операция ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын реабилитациялау һәм социалләштереү өсөн адаптив спортты үҫтереү – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы маҡсаттарының береһе. Проектта пауэрлифтинг, армрестлинг, стритлифтинг һәм ҡатнаш бергә-бер көрәш буйынса күнекмәләр ҡаралған. Тренерҙар ҡатнашыусыларҙы кәрәк булғанда нулдән алып уҡытасаҡ: техниканы ҡуйырға, көс йөкләнештәрен оҫта үтәргә. Һәр кемгә шәхси ҡараш.
Теләге булған ҡатнашыусылар тренерҙар етәкселегендә Өфөлә Милли пауэрлифтинг ассоциацияһы турнирҙарында ҡатнашып, спорт разрядтары һәм исемдәре ала аласаҡ.
Даими рәүештә шөғөлләнеү йоҡоно яйға һалырға, һаулыҡты нығытырға һәм психологик көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә. Шулай уҡ был фекерҙәштәр берләшмәһенә инеү, хеҙмәттәштәр араһында яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге лә. Республиканың алыҫ райондарынан килгән ғариза биреүселәр өсөн дистанцион формат һәм остаз менән оҙатыу ойошторолған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.