Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Февраль , 08:30

Вузда уҡығың килһә, олимпиадала ҡатнаш!

Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙар Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә ике балл аласаҡ.

Башҡорт дәүләт медицина университетында, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (нацпроект “Молодежь и дети”), “Фән һәм технологиялар ун йыллыҡтары” сиктәрендә химия, биология, физика буйынса  “Призвание Медицина” тип аталған VI Бөтә Рәсәй күп профилле олимпиада үткәрелә.  Унда 10-11 класс уҡыусылары ҡатнаша.

Сараның төп  маҡсаты – уҡыусылар араһында медицинаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, фундаменталь дисциплиналарҙы тәрән өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү һәм талантлы балаларҙы асыҡлау өсөн шарттар тыуҙырыу. Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙар Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә ике балл аласаҡ.

 Ҡатнашыусыларҙы теркәү 9 февралдән 15 февралгә тиклем онлайн рәүешендә  https://olympbgmu.ru/ сайтында  үтә.Олимпиадала ҡатнашыусыларға ике этапты үтергә тура киләсәк.

“Беҙҙең маҡсат – яңы быуын белгестәрен әҙерләү: юғары квалификациялы табиптарҙы ғына түгел, ә алдынғы технологияларҙы эшләүсе-ғалимдәрҙе лә күҙ уңында тотоу.  Медицина кластарында башланған иртә профессиональ йүнәлеш системаның мөһим йүнәлеше булып тора. Беҙ, олимпиадалар үткәреп,  һөнәрҙәрен һайлаған уҡыусыларға өҫтәмә бонустар алырға мөмкинлек бирәбеҙ”, – тине БДМУ ректоры Валентин Павлов.

Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас