Аҡъярҙа, ”Ғаилә” милли проектына ярашлы, яңы заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды.
Дауалау учреждениеһы “Һаҡсыл поликлиника” принцибы буйынса эшләйәсәк. Бының өсөн берҙәм теркәү тәҙрәһе барлыҡҡа килде, уңайлы көтөү залы булдырылды, бөтә медицина процедураларын оператив күрһәтеү юлға һалынды. Шулай уҡ яңы консультация төрлө махсус ҡорамалдар, шул иҫәптән, ультратауыш сканеры һәм кардиотокография аппараттары менән йыһазландырылған. Был табиптарға буласаҡ әсәләр һәм сабыйҙарҙың хәл-торошон өҙлөкһөҙ күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. Учреждениела телемедицина консультациялары системаһы эшләйәсәк, был табиптарға профилле учреждениеларҙың төп белгестәре менән кәңәшләшергә мөмкинлек бирәсәк.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.