Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
12 Февраль , 11:17

Конкурстарҙа ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе ҙур

Башҡортостан вуздарына ярҙам күрһәтелә

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың гранттарына конкурста федераль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Был конкурс “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла (национальный проект “Молодежь и дети),  тип хәбәр итә республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы.

Барлығы Росмолодежь университеттың  күләмле ике йыллыҡ программаларына 900 миллион һумлыҡ ярҙам итә. Был конкурста юғары белем биреү ойошмалары ҡатнаша ала (ҡаҙна учреждениеларынан тыш), улар конкурсҡа тиклем кәмендә бер йыл алдан Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы теркәлергә тейеш.

– Башҡортостан – Росмолодеждың грант алыусы төбәктәре араһында рейтингыла алдынғылыҡты биләй. 2025 йылда вуздар араһында конкурста  республиканың ике  учреждениеһынан 16 проект еңеү яуланы. Барлығы 32 миллионға яҡын аҡса йәлеп итә алдыҡ. Был грант миҙгелендә уңышлы һөҙөмтәгә ышанабыҙ, – ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас