Ватан мессенджере МАХ-та Башҡортостандың Elshool порталының чат-боты тормошҡа ашырылған. Унда ата-әсәләр һәм балалар электрон белем биреү мөхитенән мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Һанлы сервистарҙы тормошҡа ашырыу “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства") башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы.
–МАХ-та һанлы платформа уңайлы сервистар менән тулылана бара. Башҡортостандың электрон көндәлеге – белем биреү процесы ойошмаларының кәрәкле ресурсы.Популяр мессенджерҙа чат-бот булдырыу ғәҙәти мәғлүмәтте алыу уңайлылығын күтәрә, – ти республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.