Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
16 Февраль , 04:10

Кадрҙар менән эшләүгә киткән сығымдар ҡайтарыласаҡ

Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә кадрҙар менән эшләүгә киткән сығымдар 75 миллион һум ҡайтарыласаҡ.

Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиеларына ағымдағы йылда хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыу килешеүҙәре буйынса уҡытыуға, шулай уҡ маҡсатлы уҡытыуға һәм студенттарҙың производство практикаһын үтеүенә бәйле сығымдарҙың 90% тиклемен ҡайтаралар.

Ошо маҡсатҡа ике йүнәлеш буйынса 75 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Аҡса “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”,  милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә бүленә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Былтыр федераль проект буйынса 31 предприятиеға 43 миллион һумға субсидиялар бүленгән. Һөҙөмтәлә 354 студент - производство практикаһын, ә 277 белгес уҡыу килешеүҙәре буйынса уҡыу үтте.
— Башҡортостан агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар йәлеп итеү эшенә әүҙем ҡушылды. Беҙгә предприятиелар компетентлы һәм үҙҙәрен ауыл хужалығына бағышларға әҙер белгестәр алһын өсөн мәктәп эскәмйәһенән колледжға һәм аграр вузға сылбыр төҙөү мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыу килешеүҙәре буйынса уҡытыуға, шулай уҡ студенттарға маҡсатлы белем алыуға һәм производство практикаһын үтеүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплау буйынса дәүләт ярҙамы ғәмәлдә.

 Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас