Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
16 Февраль , 04:04

Урман янғынын һүндереү хеҙмәтенә тағы ла ете транспорт тапшырыла

Бөгөнгө көндә урман янғынын һүндереүселәр ҡарамағында 351 берәмек махсус техника бар

Башҡортостандың урман янғындарын һүндереү урындарына шәхси составты тиҙ арала алып барыу өсөн йәнә биш машина һәм ике автобус алынасаҡ. Янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Бөгөнгө көндә урман янғынын һүндереүселәре ҡарамағында 351 берәмек махсус техника бар. Уны тулыһынса әҙер кимәлгә еткерер өсөн автомобилдәрҙе һәм ҡорамалдарҙы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылғандан алып эш өҙлөкһөҙ алып барыла. Белгестәр машиналарҙың, тракторҙарҙың, шулай уҡ янғынға ҡаршы инвентарҙың төҙөклөгөн тикшерә.

– Бындай планлы модернизация кәрәк, сөнки ҡатмарлы шарттарҙа өҙлөкһөҙ эшләү – ул урмандарҙы янғынға ҡаршы һаҡлауҙың нигеҙе. Тап техниканың мобиллеге һәм ышаныслылығы хәүефкә оператив яуап бирергә, утты иртә стадияла һүндерергә һәм республиканың урман фондына зыянды кәметергә мөмкинлек бирә, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас