Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Февраль , 09:08

Бизнес төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталына 34 мең ғариза ебәргән

“Башҡортостан Дәүләт хеҙмәттәре” порталы дәүләт институттары менән үҙ-ара эш итеү процесын ябайлаштырыусы бик күп онлайн-сервистар тәҡдим итә.

Башҡортостан эшҡыуарҙары 2025 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы сервистарынан 34 мең тапҡыр файҙаланған, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

“Дәүләт менән электрон бәйләнеш бизнестың иҡтисади эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Беҙ был тенденцияны 100 процентҡа эшҡыуарҙар менән аралашыу форматына күсереүҙе хупларға һәм үҫтерергә тырышабыҙ. Быйыл тәүге айҙа ғына бизнес республика дәүләт хеҙмәттәре порталында 46 хеҙмәт буйынса электрон төрҙә 2,7 меңдән ашыу ғариза ебәргән”, — тип билдәләне дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

“Башҡортостан Дәүләт хеҙмәттәре” порталы дәүләт институттары менән үҙ-ара эш итеү процесын ябайлаштырыусы бик күп онлайн-сервистар тәҡдим итә. Юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында рөхсәт документтары, күсемһеҙ милек һәм төрлө ярҙам саралары алыу өлкәһендәге хеҙмәттәр иң популяр булып тора.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар рәсәйҙәрҙең тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыуға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. Әүҙем рәүештә ИТ-белгестәр әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма интеллект үҫешә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас