Үрге Йәркәй ауылы үҙәгендә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса ике йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр Илеш районы хакимиәтендә. Белгестәр, атап әйткәндә, Пушкин, Коммунистик, Совет урамдары һәм Тәлғәт Рахманов исемендәге урта мәктәп араһындағы биләмәне яңыртасаҡ. Шулай уҡ Йәримов һәм Коммунистик урамдары ла заманса төҙөкләндереләсәк. Унда яңы ял итеү биләмәләре, яҡтыртыу һәм бәләкәй архитектура элементтары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ белгестәр үҫемлектәр ултырта, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырасаҡ.
- Бындай проекттар йәшәү сифатын яҡшырта, тораҡ пункттарға ҡыҙыҡһыныу арттыра һәм муниципалитеттарға ыңғай ҡараштарҙы формалаштырыуға булышлыҡ итә. Планлаштырылған сараларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙы теләйем һәм яңыртылған йәмәғәт киңлектәре Илеш районы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн яратҡан ял итеү урыны булыр тип ышанам, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.