Эшҡыуар Руслан Сангинов Бәләбәйҙә асыҡ автокинотеатр проектын тормошҡа ашырҙы. Башҡортостан микрокредит компанияһында рәсмиләштерелгән 1,14 миллион һум күләмендәге займ уға фудтрак һатып алырға һәм был ижади проект концепцияһын тамамларға мөмкинлек биргән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (нацпроекта “Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
– Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа микрокредитлау дәүләт ярҙамының талап ителгән ҡоралына әүерелә. Эшҡыуарҙарға кәрәкле сараларҙы ваҡытында алыу мөһим, һәм тап ошондай мөмкинлекте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә микрофинанслау механизмы бирә. Ташламалы микрозаймдар рәсмиләштереүҙең ябайлығы һәм уңайлы шарттар менән айырылып тора, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Кино киңлеге” автокинотеатрын булдырыу идеяһы эшҡыуар Руслан Сангиновта асыҡ һауала фильм күрһәтеүҙе ойошторғандан һуң барлыҡҡа килә. Һуңғы ярты йылда ул ҙур эш башҡара: концепцияны эшләүҙән алып автокинотеатрҙың һәр элементын, шул иҫәптән әҙер аҙыҡ әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу өсөн йыһазландырылған уңайлы фудтракты эшкәртеүгә тиклем.
– Проект ғаилә ялы өсөн майҙансыҡ булдырыуға йүнәлтелгән, унда халыҡ яратҡан фильмдарын асыҡ һауала уңайлы шарттарҙа ҡарай ала, — тип һөйләне эшҡыуар Руслан Сангинов.