«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») буйынса Яңауыл үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы – офтальмологик периметр килтерелде, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Прибор күреү майҙанының сиктәрен үлсәү һәм дефекттарҙы асыҡлау өсөн тәғәйенләнгән, был глаукоманы, күҙҙең селтәрле туҡымаһы һәм күреү нервыһы ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙа ярҙам итә.
«Бындай яңылыҡ диагностиканың сифатын ярайһы уҡ көсәйтә һәм күҙ ауырыуҙарын иртә асыҡлау һәм һөҙөмтәле дауалау өсөн яңы мөмкинлектәр аса», - тип билдәләне Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Хәтипов.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.