2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") буйынса Интеллектуаль транспорт системаһын индереү сиктәрендә 28 транспорт видеодетекторы ҡуйылды. Улар Өфөлә Әй, Комсомол, Вологда, Зәки Вәлиди, Софья Перовская һәм башҡа урамдар сатында барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.
"Видеодетекторҙар юл хәлен анализларға мөмкинлек бирә. Был ҡоролмалар ярҙамында Ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәре ваҡытында яуап бирә, “тығындар” барлыҡҡа килгән участкаларҙа кәрәк булғанда „йәшел“ тулҡын ебәрә, авариялар һәм башҡа хәлдәр арҡаһында юлдарҙағы ҡыйынлыҡтарҙы булдырмау өсөн саралар күрә ала”, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Интеллектуаль транспорт системаларын” индереү арҡаһында был урамдарҙың үткәреү һәләте 20-25 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә был системаны индереү биш этапта бара һәм 2022-2026 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Тәүге дүрт этапта, 2022-2025 йылдарҙа, баш ҡалала бөтәһе 148 светофор яңыртылды. Был эш 2026 йылда ла дауам итәсәк.