Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ойошторған гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итә башланылар. Был “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Сарала ҡатнашыусылар социаль, мәҙәни, фәнни һәм иҡтисади өлкәләрҙә идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1,5 миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта “Милли өҫтөнлөктәр” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр иттеләр.
Конкурста үҙ көсөн Рәсәй, шулай Абхазия граждандары һынай ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнгән – 14-тән 35 йәшкә тиклем. Конкурстың маҡсаты – йәштәргә үҙҙәрен ижадта һәм йәмәғәт эшендә һынап ҡарау, шулай уҡ уларҙың ил үҫешенә йүнәлтелгән уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү.
Конкурста ҡатнашыусылар 18 номинацияның береһен һайлай ала. Унда ҡатнашыу өсөн Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм “Рәсәй йәштәре” платформаһында теркәлергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге телефон буйынса белергә мөмкин: 8 (800) 333-77-37.