Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Февраль , 05:17

Был йүнәлеш тырыштар өсөн

Иглин районында һыйыр малын һимертеү өсөн заманса майҙансыҡ эшләй башланы. 

Иглин районында 800 баш һыйыр малын һимертеү өсөн заманса майҙансыҡ (фидлот) эшләй башланы. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Был инвестиция проектының беренсе сираты, уны Иглиндың “Ҡалтыман” ауыл хужалығы предприятиеһы ит етештереү күләмен арттырыу һәм яңы эш урындары булдырыу маҡсатында тормошҡа ашыра.

Яңы фидлоттың майҙаны 21,6 мең квадрат метр тәшкил итә. Япма аҫтындағы майҙансыҡ тулыһынса бетонланған, бында уҡ 1000 квадрат метр майҙанлы мал аҙығы өҫтәле урынлашҡан. Металл ҡоймалы кардтар, йылытылған һыуҙы механик рәүештә биреү ҡоролмаһы яһалған.

– Һыйыр ите әкренләп иң кәрәкле аҙыҡ-түлектең береһенә әүерелә һәм хаҡы арта. Сөнки ит малсылығы күп аҡса, тырыш хеҙмәт һәм сабырлыҡ талап итә, был һәр кемдең көсөнән килмәй. Республикабыҙҙа ошондай заманса һимертеү майҙансыҡтары төҙөгән, был йүнәлеште үҫтергән фермерҙарҙың булыуы ҡыуаныслы, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Ҡалтыман” ауыл хужалығы предприятиеһы даими рәүештә производство биналарын, техника һәм мал-тыуарҙы яңыртыу менән шөғөлләнә. Предприятиеның төп эшмәкәрлеге ит һәм һөт малсылығы. Хужалыҡта биш малсылыҡ бинаһы, ике һимертеү майҙансығы бар. Бында һөт малсылығы ла үҫешә, һауын һыйырҙары һаны 275 баш тәшкил итә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас