Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Февраль , 05:10

Кире бәйләнеш платформаһы уңышлы эшләй

Был йәһәттән республикабыҙ алдынғылыҡта.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы 2025 йылда "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында кире бәйләнеш платформаһын индереү буйынса төбәктәрҙең эш һөҙөмтәләрен ҡараны.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан 610 балл йыйып, рейтингта ТОП-5 иҫәбенә инде. Граждандар менән кире бәйләнеш электрон формалары үҫеше “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Экономика данных”) ярашлы башҡарыла.

Кире бәйләнеш платформаһы ярҙамында граждандар дәүләт органдарына, учреждение һәм ойошмаларға мөрәжәғәттәр ебәрә ала, тауыш биреүҙәрҙә ҡатнаша.

– Дәүләт тарафынан граждандар дәүләт органдары менән электрон рәүештә бәйләнештә булыу өсөн сервистар үҫтерелә. Кире бәйләнеш платформаһы беҙҙең республикала 2021 йылдан эшләп килә. Төбәктә йәшәүселәр ойошмаларға, учреждениеларға мөрәжәғәт итеү өсөн платформаны әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, былтыр 252 меңдән ашыу мөрәжәғәт  ҡабул ителгән. 2024 йыл менән сағыштырғанда, был өс тапҡырға тиерлек күберәк, – ти Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Кире бәйләнеш платформаһы системаһында төбәктә 4172 ойошма эшләй. Халыҡ платформаға үҙенең һорауҙарын органдарҙың рәсми сайттарында һәм учреждениеларында урынлашҡан махсус виджеттар аша ебәрә ала. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында быны башҡарырға мөмкин.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас