“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” федераль проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың 14 меңдән ашыу халҡы мобиль интернет менән тәьмин ителгән. 2025 йылда республиканың 87 ауылында станция ҡуйылған. Элемтә һәм мобиль интернетты үҫтереү буйынса саралар “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығында.
– Юғары тиҙлекле интернет барлыҡҡа килеүе халҡы аҙ һанлы булған ауылдарҙа йәшәүселәргә һанлы сервистарға инеү мөмкинлеген аса. Хәҙер ауыл халҡы ҡала халҡы менән бер рәттән дистанцияла уҡый, табиптар менән онлайн кәңәшләшә, район үҙәгенә бармайынса ғына документтар тултыра ала. Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлеү һаны арта, мәғариф һәм медицина платформалары трафигы үҫә, — тип билдәләй Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Ауылдар Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы йыл һайын Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм почта аша үткәргән тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайланған.
Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.