Өфө дәүләт нефть техник университетында металдарҙы өйрәнеү буйынса лаборатория асылды. Был “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
Яңы лабораторияла студенттар, магистранттар һәм аспиранттар тикшереүҙәр үткәреү – микроструктураны анализлай һәм механик матдәләрҙе айырыу буйынса тикшереүҙәрҙе тулыһынса үткәрергә була. Мәҫәлән, муфель мейес, киптереү шкафы термик эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Артабан лабораторияны материалдарға тағы тулыраҡ анализ эшләү өсөн йыһазландырырға теләйҙәр.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәштәрҙең һәләттәрен асыуға, уларҙың үҙҙәренең уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
“Президент Владимир Путиндың башланғысы буйынса булдырылған “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет“ федераль проектын ғәмәлгә ашырыу уңышлы дауам итә. Былтыр 136 кластер булдырылған һәм 82 колледж ремонтланған. Бөгөн 24 тармаҡ буйынса 86 төбәктә 506 кластер эшләй, шуларҙың 323 - мәғариф-етештереү кластерҙары. 2026 йылдың аҙағына проектҡа илебеҙҙең бөтә 89 төбәге лә инергә тейеш. Капиталь ремонт 267 ойошмала эшләнгән”, - тип билдәләне бынан алдараҡ Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.