“ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Өс йыл эсендә “ГеоВызов” милли башланғыстан сағыу халыҡ-ара ваҡиғаға әүерелде. Командалар һаны ике тапҡырға артты, ҡатнашыусылар географияһы киңәйҙе. Быйыл минералогия, петрография, палеонтология, геохимия, нефть эше һәм башҡа 12 дисциплина буйынса һынауҙар көтөлә.
Чемпионатта ҡатнашыусылар эш биреүселәр менән осраша, Көньяҡ Уралдың сағыу урындары буйлап экскурсияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, “Геройҙар ярыштары”нда ҡатнаша ала.
- Дөйөм маҡсатыбыҙ – сарала үҙ көсөн һынаған һәр кем Башҡортостанға кире барғыһы килеп торһон өсөн чемпионатты сағыуыраҡ, иҫтә ҡалырлыҡ итеү, - тип белдерҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.