Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Март , 14:24

Кропачево -Мәсәғүт - Әшет юлы төҙөкләнә

Эштәрҙе йыл аҙағына йомғаҡлау ниәтләнә    

Кропачево – Мәсәғүт – Әшет трассаһында оҙонлоғо 14 километрға тиң ике участка ремонтланасаҡ. Был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” мили проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Был объекттар Салауат һәм Дыуан райондарында урынлашҡан. Белгестәр асфальт–бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта, размета яһай. Барлыҡ эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә.

- Кропачево –Мәсәғүт –Әшет юлы республиканың мөһим юл селтәренә ҡарай. Ул Башҡортостанды Силәбе, Свердловск өлкәләре менән бәйләй, М-5 “Урал”, М-12 “Восток” федераль тәғәйенләнештәге трассаларға юлды тәьмин итә. Шулай уҡ был яҡ  туризм йүнәлеше лә булып тора. Салауат районы Әлкә ауылы эргәһендәге “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексҡа юл үтә. Был юл буйынса трафик тәүлегенә 3,5 мең машина тәшкил итә, - ти Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас