Октябрьскийҙағы 1-се ҡала дауаханаһы өлкән пациенттар өсөн сәләмәтлек мәктәптәре ойоштороу традицияһын дауам итә. Был белем майҙансығы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, халыҡтың сирҙәрҙе иҫкәртеү ысулдары тураһында белемен арттырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен күҙәтеүгә һәм таралған сирҙәр менән көрәш сараларына йүнәлтелгән.
Сәләмәтлек мәктәбенең маҡсаты - һәр пациенттың үҙенең сәләмәтлегенә аңлы мөнәсәбәтен тәрбиәләү. Унда ҡатнашыусылар таралған хроник сирҙәрҙе иҫкәртеү тураһында белем ала, организмдың торошон контролләү күнекмәләренә эйә була, дөрөҫ туҡланыу һәм физик әүҙемлек нигеҙҙәрен үҙләштерә.
Дәрестәрҙе иҫкәртеү буйынса эш тәжрибәһе булған квалификациялы белгестәр үткәрә. Һәр ҡатнашыусы тормош сифатын яҡшыртыу буйынса медицина мәғлүмәтенән һәм тәҡдимдәрҙән файҙалана.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.