Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Март , 14:23

Яңауыл йәштәре социаль проекттарҙы тормошҡа ашырырға өйрәнә

Спикерҙар булып республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы ҡарамағындағы эксперт-консультация советы ағзалары Лилиә Батыршина һәм Вера Шәрәфетдинова сығыш яһаған. Сарала 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, шул иҫәптән уҡыусылар һәм уларҙың остаздары ҡатнашты.     

Яңауыл ҡалаһында социаль проектлау буйынса муниципаль форум үткән. Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») ғәмәлгә ашырыу бурыстарына яуап бирә.

Программаға өс блок ингән: грант конкурстарына һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү сараларына күҙәтеү, 2021 йылдан алып «Росмолодежь.Гранты» программаһында ҡатнашып, еңеү яулаған яҡташтарҙың уңышлы проекттары менән таныштырыу, шулай уҡ ғаризалар әҙерләү, аудиторияны анализлау һәм бюджетты планлаштырыу буйынса практик оҫталыҡ дәрестәре.

Спикерҙар булып республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы ҡарамағындағы эксперт-консультация советы ағзалары Лилиә Батыршина һәм Вера Шәрәфетдинова сығыш яһаған. Сарала 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, шул иҫәптән уҡыусылар һәм уларҙың остаздары ҡатнашты.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк-2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас